КЕМГӘ ЙЫР ҺҮҘҘӘРЕ КӘРӘК
ПОЖАЛУЙСТА 🎼🎵🎶👇
КЕШЕГӘ ҒҮМЕРҘӘР БИРЕЛӘ
Кешегә ғүмерҙәр бирелә
Мең түгел бары тик бер генә Кулымдан төшөрмәм мин һине Йәнкәйем төшөрмәм мәңгегә
Мин һине ташламам мәңгегә - мәңгегә
Шул әсе яҙмыштар ҡулына Ташламам бер ҡасан,бер ҡайҙа,бер кемгә
Эй,Хоҙай иҫәнлек бир һин беҙгә
Тиҙ үтә был тормош яҙҙары
Ә алда-һалҡыны ҡарҙары
Мин һине өшөтмәм туңдырмам Йәнкәйем онотма мин барын
Беҙ икәү бер бөтөн һин дә мин Шатлык та ҡайғы ла гел уртаҡ Йөрәктәр мәңгегә бәйләнгән Мөхәббәт мәңгелек табышмаҡ
📌Һыу буйынан әсәй ҡайтып килә
Һыу буйынан әсәй ҡайтып килә,
Ҡаҙ ҡаурыйын алған ҡулына. Сәстәренә,йылы ҡарҙар булып,
Тал мамығы яуа тын ғына.
Хәтерләймен әсәй күпме йылдар
Ошо һуҡмаҡтарҙан уҙғанын?
Эҙләп төштө микән һағынып ул
Шишмәнән һыу алған ҡыҙ сағын?..
Шул саҡтарға алып ҡайтыр һымаҡ — Аттар уйнап саба үҙәндән.
Тыуған ерҙәр әсәй менән бергә
Бик үҙгәргән инде,үҙгәргән.
Һыу буйынан әсәй ҡайтып килә,
Ҡаҙ ҡаурыйы алған ҡулына. Эҙҙәренә,йылы ҡарҙар булып,
Тал мамығы яуа тын ғына...
📌Хөсәйен Әхмәтов көйө һәм һүҙҙәре
Тыуған ауылым Һаҡмар буйҙарында,
Шунда үтте минең баласаҡ.
Һаҡмар тулҡындары, ҡурай моңо,
Йөрәгемдә мәңге ҡаласаҡ.
Атам — әсәм шунда ғүмер иткән (тыуып үҫкән),
Сал Уралым, йәмле Һаҡмарым.
Мин онытмам һеҙҙе бервакытта,
Тыуған ауылым, тыуған яҡтарым.
📌Йөрәк сере
Дауылдарҙа осто ал яулығым,
Бәлки, табалырһың ишкәйен.
Йәшләй һөйгән йәрҽм ятҡа ҡалды,
Әйтегеҙсе, дуҫтар, нишләем?
Уның йөрәге лә юҡһыныуҙн
Һыҙланалыр кеүек ғүмергә.
Ара йыраҡлаша, тик нигәлер
Кауышырбыҙ кеүек күңелгә.
Ник осораның минҽң тормошома,
Нур һипмәгәс таңдар атҡанда?
Әмма һүнмәҫ рухым һаман көслө,
Дарья һыуы ташып аҡһала.
📌ТАШТҮРӘ
Ишмулла Дилмөхәмәтов көйө һәм шиғыры
Таштурыға менеп (баҫып) ҡарар инем,
Боролоп-боролоп аҡҡан Һаҡмарға.
Боролоп-боролоп аҡҡан Һаҡмарға.
Ҡанаттарым булһа, осор инем
Талғын елпеп тыуған яҡтарға.
Талғын елпеп тыуған яҡтарға.
Таштурығай һинең итәгендә (Һаҡмар ғынам һинең буйҙарында)
Үҫтеме икән (үҫәме икән) ҡырлы ҡурайы?
Үҫтеме икән (үҫәме икән) ҡырлы ҡурайы?
Төштәремдә ҡайтып бер урайым,
Өндәремдә һағынып (йыр) йырлайым.
Өндәремдә һағынып (йыр) йырлайым.
📌ҒҮМЕР ҮТӘ ТИМӘ.
Х. Мөхәммәдиева һүҙҙәре,
З. Шакирова көйө.
1. Ғүмер үтә тимә,
Бер ҙә башың эймә,
Һөйөүҙәрем ҡалды, тимә һин.
Беҙ әле лә бергә,
Беҙ әле лә матур,
Тик ҡайғылар ғына килмәһен.
2. Япраҡтарҙың шауы,
Үткән ғүмер шаңы,
Гөлдәр сәскә ата яҙҙарын.
Беҙҙең хистәр ҙә бит,
Гел яңырып тора,
Онотмайыҡ йәшлек йылдарын.
3. Ғүмер үтә-тимә,
Бер ҙә башың эймә,
Осрашыуҙар менән йәмләйек.
Бер-беребеҙгә һаман,
Һөйөү бүләк итеп,
Наҙҙар бүләк итеп йәшәйек.
. 📌 Сәскәләр уяныр
Яҙ көндәренә оло йәм өҫтәп,
Аҡҡоштар ҡайтты һин киткән яҡтан.
Сәләмдәреңде улар әйтмәйҙәр
Миңә йыраҡтан, миңә йыраҡтан.
Һиңә тип атап сәскәләр йыйҙым,
Йыйған сәскәләр шиңделәр инде.
Ҡайтыр әле тип көткән өмөттәр
Һүнделәр инде, һүнделәр инде.
Шиңгән сәскәләр ҡабат терелер,
Ҡайтыу хәбәре һинән килгәс тә.
Һүнгән өмөттәр ҡабыныр яңынан,
Һине күргәс тә, һине күргәс тә.
. 📌 *Ел ҡапҡалар.*
1. Төштәремә бик йыш кереп
Юҡһындырып уяталар,
Атай үҙ ҡулдары менән
Һалған ағас ихаталар.
Күгәрсендәр гөрләй ине
Ҙур ҡапҡаның ҡыйығында.
Күгәрсен балаларылай
Үҫтек һиҙмәй ҡыйынын да.
Юҡ йоҙағы ...Юҡ асҡыстары ...
Ишектәре ... Баҫҡыстары ...
Күҙ алдымда һаман тора
Елдәр этеп кенә асҡан,
Елдәр этеп кенә япҡан,
Ел ҡапҡалар һағындыра.
2. Ҡапҡа аҫтарынан ғына
Бәпкәләрҙәй керҙек шыуып.
Бәпкәләр күптән юҡ инде,
Беҙ йәшәйбеҙ донъя ҡыуып.
Ҡапкалары хәҙер тимер,
Баласаҡҡа булмай ҡайтып.
Керергә бер урын тапмай
Елдәр йөрөй ҡапҡа шаҡып.
📌ҺЫУҘАР БУЛЫП АҒА.
1. Кисә тағы һыу буйына төштөм,
Таныш һуҡмаҡтарҙан атланым.
Ярҙан ярға күпме эҙләһәм дә,
Сабый бала саҡты тапманым.
Пр.Кеше ғүмере һыуҙар булып аға...
Сәскә булып ата йәйҙәрен...
Йондоҙ булып атыла ла һүнә...
Тик ҡайтмай шул кире әйләнеп...
Кисә тағын болондарға сыҡтым,
Сәскәләрҙең йыйҙым аҡтарын.
Күпме генә эҙләп йөрөһәм дә
Йәшлегемде генә тапманым.
Бөгөн тағы зәңгәр күккә баҡтым,
Ҡарап ҡалдым ҡоштар киткәнен.
Йөрәгемде өҙҙө һағышлы моң,
Шул саҡ тойҙом ғүмер үткәнен.
📌Шахта
Китә ҡаҙҙар, китә ҡаҙҙар,
Китә ҡаҙҙар Донбассҡа шул.
Мин дә уйлап торам әлҽ,
Шул ҡаҙҙарҙан ҡалмаҫҡа.
Шахталарға һин төшәрһең,
Йырлап күмер кисәрһең шул;
Әмма инде бик һағынһаң,
Бик һарғайһаң, нишләрһең?
Әмма инде бик һағынһаң,
Йөрәккәйҽң талмаһа шул
Һағыныуҙарың сиктән ашһа,
Cаҡыртырһың Донбассҡа.
📌Заһир:
Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда, Осрашҡандар көндәр төн менән.
Был донъяны белгәнемдән алып,
Һинең барлығыңды мин беләм.
Һин кайҙа, мин шунда, Ғәлиәм,
Шатланам, илайым һәм көләм.
Мөхәббәт алдында баш эйәм,
Һин кайҙа, мин шунда, Ғәлиәм.
Ғәлиә:
Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда,
Йөрәгемә ҡунды ялҡыны.
Бер ялҡыны донъя балҡытырлыҡ
Һөйөү булғандыр ул, ахыры.
Һин кайҙа, мин шунда, Заһирым,
Йыраҡтан эҙләгән яҡыным.
Йөрәктә ҡабынған ялҡыным,
Һин кайҙа, мин шунда, Заһирым.
Заһир:
Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда,
Ғүмерҙәре янып юғала.
Галия:
Ә мөхәббәт ғүмерҙәрҙән оҙон,
Мәңге яна, мәңге йырлана.
Заһир, Галия бергә:
Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлиәм, /Заһирым/,
Шатланам, илайын һәм көләм.
Мөхәббәт алдында баш эйәм,
Һин кайҙа, мин шунда, Ғәлиәм, /Заһирым/.
📌ҒҮМЕР ҮТӘ ТИМӘ.
Х. Мөхәммәдиева һүҙҙәре,
З. Шакирова көйө.
1. Ғүмер үтә тимә,
Бер ҙә башың эймә,
Һөйөүҙәрем ҡалды, тимә һин.
Беҙ әле лә бергә,
Беҙ әле лә матур,
Тик ҡайғылар ғына килмәһен.
2. Япраҡтарҙың шауы,
Үткән ғүмер шаңы,
Гөлдәр сәскә ата яҙҙарын.
Беҙҙең хистәр ҙә бит,
Гел яңырып тора,
Онотмайыҡ йәшлек йылдарын.
3. Ғүмер үтә-тимә,
Бер ҙә башың эймә,
Осрашыуҙар менән йәмләйек.
Бер-беребеҙгә һаман,
Һөйөү бүләк итеп,
Наҙҙар бүләк итеп йәшәйек.
📌Порт-Артур тигән таш ҡала
Күп ҡалаға баш ҡала,
Һары диңгеҙ буйҙарында
Ҙур ҡаланан һанала.
Дошмандарҙан уны яҡлап,
Күп ирҙәр башын һала;
Ирҙәр үлә, башын һала,
Бөтмәҫ дандары ҡала.
Порт-Артур тигән ҡалаға
Япондар туп аталар,
Аямай дошман, аямай,
Таш ҡоймаһын ваталар.
Япондар туп аталар,
Порт-Артурҙы ваталар.
Ҡайһы аяҡһыҙ, ҡайһы ҡулһыҙ
Ҡысҡырышып яталар.
Диңгеҙ өҫтө ҡып-ҡыҙыл ҡан,
Эркелеп үлек аға;
Ирҙәр үлә, башын һала,
Бөтмәҫ дандары ҡала.
📌Иртә буран, кис тә буран.
1.Иртә буран, кис тә буран,
Мамыҡ шәлеңдҽ уран шул,
Мамыҡ шәлеңдҽ уран.
Кҽйгән кҽйҽмең күрһәм дә,
Йәнем, бәғҽрем,
Үзең күргәндәй булам.
2.Ишек алдында йөрөйөм,
Карҙар яуһа көрәйҽм шул,
Карҙар яуһа көрәйҽм.
Һинән башҡа йәм табалмай,
Йәнем, бәғҽрем,
Яманһулап йөрөйөм.
3.Тимер сана ҡарҙар яра,
Был йөрәгем ник яна шул,
Был йөрәгем ник яна?
Был йөрәгем белеп яна,
Йәнем, бәғҽрем,
Һөйгәнем ятҡа ҡала.
📌Үткән ғүмер
(исполнитель: Радмир Туйсин)
Үткән генә ғүмер аҡҡан һыуҙай, Үтеп китә һис бер сара юҡ,
Ошо донъя үҙе ожмахтарҙай Кинәнесен белеп ҡалайыҡ.
Йәне генә юҡтың,ғәме булмай, Йәмдәр табып йәшәп ҡалайыҡ. Дәртһеҙҙәрҙә генә дарман булмай, Дарманлыҡтан ләззәт табайыҡ. Күңеле киңдең донъяһы киң,
Киң күңелле булып ҡалайыҡ. Донъяныҡы донъялыҡта ҡалһын Сауаптарын алып ҡалайыҡ.
Ошо донъя үҙе ожмахтарҙай Кинәнесен белеп ҡалайыҡ. Донъяныҡы донъялыҡта ҡалһын Сауаптарын алып ҡалайыҡ.
📌Ауылымда аҡ томан
Райман Ишбаев беҙҙең Ярат
ауылы кейәүе ине, ауыр тупрағы еңел булһын, йәне ожмахта булһын.
Ауылымда аҡ томан,
Ҡоғандары таралыр.
Тыуып-үҫкән яҡҡа ҡайтһам,
Күңелдә йыр яралыр.
Туғайҙарҙа аҡ томан,
Томандары таралыр.
Тыуып-үҫкәк яҡҡа ҡайтһаң,
Мөхәббәтең яңырыр.
📌Ап-аҡ ҡарҙар...
Ап-аҡ ҡарҙар яуған ҡышҡы көндә,Аҡ сәскәләр тотоп, һин, килдең.Яҙ йәмдәре бирҙе сәскәләрең,Яҙ ҡояшы булып, һин, көлдөң.
Ап-аҡ ҡарҙар яуған ҡышҡы көндәТере сәскә, гүйә, өндәшә:"Ап-аҡ сәскә булып, был донъялаҺин - мөхәббәт йәшә, мең йәшә".
Ап-аҡ ҡарҙар яуған ҡышҡы көндә,Аҡ сәскәләр өҙҙөм, һин ҡайҙа?Өҙөлгәндәр кеүек был сәскәләрЙәшлектәге йәшел туғайҙан.
Ап-аҡ ҡарҙар яуған ҡышҡы көндә,Аҡ сәскәләр тотоп, һин, килдең.Яҙ йәмдәре бирҙе сәскәләрең,Яҙ ҡояшы булып йылмайҙың.
📌Рәйсә
Карар инде,
Кара күҙҙәре менән шул,
Кара күзләре белән.
Узәгемне өзәр инде,
Әйткән сүзләре белән.
Гөлбакчасына керәм дә,
Эзлимен сөйгәнемне шул.
Эзлимен сөйгәнемне.
Эзләмә табалмассың, -дип,
Өзәләр үзәгемне.
Тауга менәм, ташка басам,
Су сибәм гөлләремә шул,
Су сибәм гөлләремә.
Мәңге онтылмаслык булып,
Калдың куңелләремдә.
📌Ҡышҡы сейә
В. Фәттәхова И. Закиров Күбәләкләп яуған ап-аҡ ҡарҙар Килеп ҡуна битем остарына. Күҙҙәремдә ай һәм йондоҙ нуры, Бѳтѳрѳләм хистәр ҡосағында
Ҡушымта:
Әммә күрмәйем яуған ҡарҙарҙы ла, Етәкләшеп барған парҙарҙы ла,
Һин бит миңә бѳгѳн: “Һѳйәм, - тинең, - Ҡыш кѳнѳндә бешкән сейәм”, - тинең.
“Йѳрәгемә ҡыҫып йылытырмын, Сейәм, - тинең, - һине ѳшѳтмәм”. Бындай татлы, наҙлы һүҙҙәрҙе бит Мин тик тәүге тапҡыр ишетәм. Ҡушымта шул уҡ.
Күбәләкләп яуған ап-аҡ ҡарҙар Килеп ҡуна битем остарына, Ирендәрҙә татлы сейә тәме,
Ирейем кеүек һинең ҡосағыңда.
📌ОЛОҒАЙҒАН ҺАЙЫН
Вилюр Мәүлитов көйө
Фәнис Сирбаев шиғыры
Олоғайған һайын ҡояш иртә байып,
Һуңлап ҡына ҡалҡа көттөрөп.
Оҙон уйлы төндәр, ҡырҡ әйләнә мендәр,
Ғүмеркәйҙәр уҙа йүгереп.
Олоғайған һайын табып берәй яйын,
Ҡайтҡы килә ҡабат йәшлеккә.
Оҙон уйлы төндәр, ҡыҫҡә генә көндәр
Кисермәгән кемдәр йәш үтеп.
Олоғайған һайын ярлыҡа Хоҙайым,
Йөрәк һаман йәрҙәр һөйөрлө.
Йәшлек илдәренең, айлы кистәренә
Хәл бар кеүек ҡайтып килерлек.
📌РАМАЙ
Төнгә каршы берәү моңлы итеп, Рамай,
Аерылышу көен җырлады.
Тынга калды урман буйлары ла, Рамай,
Чишмәләр дә акмый тыңлады. Китәм инде, иркәм, мин еракка, Рамай, Сөйгән ярым, синнән аерылып. Мине сагынганда бер карарсың, Рамай, Киткән юлларыма каерылып. Йөрәк ярсуыңны баса алмыйча, Рамай, Тыңларсыңмы, җырлар ла җырлармын. Күзләреңне тутырып карарсыңмы, Рамай, Зәңгәр таудан яулык ла болгармын.
📌ҠАЙТАМ. ӘЛЕ ТЫУҒАН ЯҒЫМА.
Рәвил Кузнецов көйө һәм һүҙҙәре.
ТЕКСТ.
Ауылыма ҡайтам, бик күп йылдар аша,
Бәхеткә ҡыуанып туймайым.
Уҙған йәшлек ҡайта, яҙғы һыуҙар таша,
Айлы кистә йондоҙ һанайым.
Ҡайтам әле тыуған яғыма,
Кемдәр унда мине һағына.
Һыу буйында үҫә юкәләр,
Мин ҡайтмаһам кемдәр үпкәләр.
Матур тыуған ауылым, һаман күҙ алдымда,
Күктәрендә таныш йондоҙҙар.
Ғәзиз бала сағым үткән урамында,
Яҙғы йырҙар йырлай йәш ҡыҙҙар.
Ҡайтам әле тыуған яғыма,
Кемдәр унда мине һағына.
Һыу буйында үҫә юкәләр,
Мин ҡайтмаһам кемдәр үпкәләр.
Яр буйында, шаулап, ҡайындар сайҡала,
Баҫыуҙарып моңло уйҙарға.
Эх матур йәшлегем,үҙеңә алып ҡайт,
Урамыңда югреп уйнарға.
Ҡайтам әле тыуған яғыма,
Кемдәр унда мине һағына.
Һыу буйында үҫә юкәләр,
Мин ҡайтмаһам кемдәр үпкәләр.
📌Ҡайтыу
Магадиев Риза
1. Оло юлдан яуға киткән саҡта,
Таң еленән томан таралды…
Ауыл осондағы ҡуш наратҡа,
Аттар ҙа бит бор(о)лоп ҡараны
Һауаларҙа торна тауыштары,
Ишетелә т ҡанат ҡағыштары.
Ҡоштарҙа ла кеше яҙмыштары,
Сит илдәргә китеп барыштары.
2. Тыуған яҡтың хәбәрҙәрен алдыҡ,
Һыҙандарҙан иҫкән елдәрҙән.
Күптәребеҙ ошо юлдан кире,
Ҡайталманы йыраҡ илдәрҙән.
Һауаларҙа торна тауыштары
Ишетелә т ҡанат ҡағыштары
Ҡоштарҙа ла кеше яҙмыштары,
Сит илдәрҙән ҡайтып барыштары
📌Яҙмыштарҙан уҙмыш булмай.
Яҙмыштарҙан уҙмыш булмай тимә,
Яҙмыштарҙан уҙмыш бар бит ул.
Үҙең ярған һуҡмаҡтарҙан тора,
Яҙмыш тиеп һалған һәр бер юл.
Яҙмышым шул тиеп килешмә һин,
Күңелеңде юҡҡа төшөрмә.
Яңылышыңды ваҡытында таны,
Тормош төпкөлөнә йәшермә.
Үҙ яҙмышың үҙ ҡулыңда һинең,
Туҡтап ҡалма юлдар сатында.
Хистәреңде йүгәнләргә өйрән,
Сапҡан саҡта ғүмер атында.
📌ҠАЙТЫУ.
Камилә Хәйризаманова
1. Оло юлдан яуға киткән саҡта,
Таң еленән томан таралды…
Ауыл осондағы ҡуш наратҡа,
Аттар ҙа бит бор(о)лоп ҡараны
Һауаларҙа торна тауыштары,
Ишетелә ҡанат ҡағыштары.
Ҡоштарҙа ла кеше яҙмыштары,
Сит илдәргә китеп барыштары.
2. Тыуған яҡтың хәбәрҙәрен алдыҡ,
Һыҙандарҙан иҫкән елдәрҙән.
Күптәребеҙ ошо юлдан кире,
Ҡайталманы йыраҡ илдәрҙән.
Һауаларҙа торна тауыштары
Ишетелә ҡанат ҡағыштары
Ҡоштарҙа ла кеше яҙмыштары,
Сит илдәрҙән ҡайтып барыштары
📌Йәйҙең матур , аяҙ таңдарында.
Йәйҙең матур , аяҙ таңдарында
Йәнгә рәхәт Иҙел ярҙарында.
Ысыҡ йымылдай миләш япрағында,
Йылмаялар гөлдәр болонда.
Ҡоштар һайрай йәшел ҡыуаҡтарҙа,
Йәшәү матурлығы турында.
Минең хәлдәремде , минең хисте,
Иҙел тулҡындары һөйләй төҫлө.
Һалҡын Иҙел үҙе теләй төҫлө,
Минең менән серҙәш булырға.
Ҡоштар һайрай йәшел ҡыуаҡтарҙа,
Йәшәү матурлығы турында.
Хәтерләтеп һыуҙың тулҡындарын,
Уйнай минең яҡты хыялдарым.
Мөхәббәтем дәртле идеялдарым
Күпер булыр барыр юлыма.
Ҡоштар һайрай йәшел ҡыуаҡтарҙа,
Йәшәү матурлығы турында.
📌БОРОНҒО ЙЫР
Камил Валеев
Башҡорт халыҡ йыры
Йылтыр ҙа ғына йылтыр ут күренә
Юлаусынан ҡалған бер күмер.
Йырһыҙ ҙа ғына йәшәүҙең йәме юҡ, (бик күңелһеҙ)
Йырлап йәшәүҙәре бер ғүмер.
Урал ҡаялары юғары,
Һеҙҙән артыҡ (яҡын) дуҫтар (дуҫым) юҡ әле.
Аяғыңа кейгән итегеңдең,
Туҙған микән әллә олтаны.
Уттарҙа ғына (ла) янмай, һыуҙа батмай,
Ир-егеткәйҙең солтаны.
Ырғый-һикерә килә күк юрға,
Китһен беҙҙең ғүмер күп йылға (Дуҫлыҡтарбыҙ китһен күп йылға)
Йырҙарыбыҙ китһен күп йылға.
📌ҠАЙТЫҒЫҘ ТОРНАЛАР.
Сара Садыҡова көйө,
Илһөйәр Ғәниева һүҙҙәре.
1.Күл ҡарап оҙатты
Торналар китеүен;
Һағынып көтә ул
Ҡабат яҙ етеүен.
Ҡушымта;
Сылбырҙай теҙелеп,
Ҡайтығыҙ торналар.
Был күлдәй ҡамышлы
Гүзәл күл ҡайҙа бар?
2.Йөрөмәгеҙ бойоғоп,
Ҡаңғырып сит илдә.
Оялар ҡороғоҙ
Яңынан шул күлдә.
Ҡушымта;
Сылбырҙай теҙелеп,
Ҡайтығыҙ торналар.
Был күлдәй ҡамышлы
Гүзәл күл ҡайҙа бар?
3.Тыуған яҡ күле киң,
Күңелдәр күлдәй киң.
Тыуған ер тормошо
Шул гүзәл күлгә тиң.
Ҡушымта;
Сылбырҙай теҙелеп,
Ҡайтығыҙ торналар.
Был күлдәй ҡамышлы
📌Яңғызҙлыҡ утында янмағыҙ
Тамсыға тамсылар йыйыла,
Йылғалар йылғаға ҡушыла.
Парлашып осоусы ҡоштарҙың
Канаты-бәхете ҡуш була.
пр:
Ғүмерҙең аҫылын аңлағыҙ,
Яратҡан йәрҙәрheҙ ҡалмағыҙ,
Бар дoнъя утында янығыҙ,
Яңғыҙлыҡ утында янмағыҙ.
Сәскәгә сәскәләр үрелә,
hыуҙағы балыҡтар ҙа бергә.
Яратҡан кешеңде табырға
Яралган hәр бер йән был ерҙә.
Күңелдәр күңелгә тартыла,
Йөрәктәр йөрәкте сакыра.
Яраткан йәреңде табырға
hайланма бәхетең табырға
📌Гөлнәзирә
Күршебеҙгә ҡунаҡ килгән,
Инде нихәл итәйек?
Туҡмаҡ ҡойроҡ ҡара бәрәс
Һуйып, ҡунаҡ итәйек.
Ҡушымта:
Ай, эйелмәй, бөгөлмәй,
Матур баҫа түгелме,
Матур баҫып бейегәндә,
Күңел аса түгелме,
Матур баҫып бейегәндә,
Күңел аса түгелме.
Һыуҙар аға арыҡтан,
Ҡыҙҙар ҡарай ярыҡтан,
Һикереп төшөп бейер инем, Ояламын халыҡтан.
Ҡушымта.
Ер еләге бешкән саҡта Һайлап ашап булманы,
Яҙғы һабан туйҙарында
Осрашып булманы.
Бейеп алайыҡ 😁
📌Игорь Скляр - Комарово
На недельку, до второго
Я уеду в Комарово
Поглядеть отвыкшим глазом
На балтийскую волну
И на море буду разом
Кораблем и водолазом
Сам себя найду в пучине
Если часом затону
ПР
На недельку, до второго
Я уеду в Комарово
Сам себя найду в пучине
Если часом затону
На недельку, до второго
Я уеду в Комарово
Где качается на дюнах
Шереметьевский баркас
И у вас в карельских скалах
На общественных началах
Если только захотите
Будет личный водо